+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
15 Август 2023, 12:05

Төрлө эслекле бәлеш өсөн ҡамыр әҙерләйбеҙ

Кәрәк буласаҡ: 1 сынаяҡ йылы һыу, 1 йомортҡа, ярты сынаяҡтай көнбағыш майы, самалап шәкәр ҡомо, тоҙ, ванилин, бер балғалаҡ сүпрә һәм он.

Төрлө эслекле бәлеш өсөн ҡамыр әҙерләйбеҙТөрлө эслекле бәлеш өсөн ҡамыр әҙерләйбеҙ
Төрлө эслекле бәлеш өсөн ҡамыр әҙерләйбеҙ

Ҡамырҙы баҫҡас, сәғәт тирәһе ҡабартып алабыҙ ҙа бик йоҡа итеп йәйәбеҙ.

Эслеккә бүрттерелгән дөгө менән йөҙөм-күрәгә, ҡара емеш, йә иһә емештәрҙең үҙен генә һалһағыҙ ҙа була. Эслеккә шулай уҡ, алма, муйыл, эремсек тә бик килешә.

Бәлештең өҫтөнә шәкәр ҡомо, аҡ май, ондо ҡушып биҙәһәң тағы ла матурыраҡ һәм тәмлерәк була.

Сығанаҡ һәм фото: “Файҙалы кәңәштәр”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас