+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
18 Август 2023, 11:05

Ҡыҙыл эремсек

Бер көн алда сөсө ҡатыҡ ойоторға (6-8 литрлы кәстрүл менән) кәрәк.

Ҡыҙыл эремсекҠыҙыл эремсек
Ҡыҙыл эремсек

Иртәгеһенә 10 литр айыртылған һөттө ҡайнатырға ҡуйырға. Шул мәлдә сөсө ҡатыҡҡа бешкән майҙың айранын, 1-2 йомортҡа һытып, ҡатыҡты болғарға кәрәк. Утҡа ҡуйған айыртылған һөт ҡайнау хәленә етһә, ҡатыҡты һөткә ҡойорға кәрәк. Һөт эреп, эремсек кәпәсләнеп өҫкә ҡалҡып сығырға тейеш. Эремсекте болғамайһың. Ә 7-8 литр һыуын алырға кәрәк. Шунан утты кәметеп, талғын утта көнө буйы эремсек ҡыҙарғансы, ҡайнатырға кәрәк. Әҙер булһа, тәмле  еҫе таралып китә. Әҙер эремсекте алып, һарҡытырға ҡуйырға. Иртәгеһенә үткәреп, үҙегеҙгә самалап май, шәкәр ҡомо ҡушып, йомғаҡлап алаһығыҙ. Эремсек әҙер.

Сығанаҡ һәм фото:https://vk.com/wall681445416_257

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас