+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
24 Август 2023, 15:30

Бик тәмле сыр әҙерләйек әле

Кәрәк буласаҡ: 1 литр ауыл һөтө, 3 йомортҡа, балғалаҡ ярым тоҙ, 400 грамм ҡуйы ҡатыҡ.

Бик тәмле сыр әҙерләйек әлеБик тәмле сыр әҙерләйек әле
Бик тәмле сыр әҙерләйек әле

Әҙерләү ысулы: барыһын бергә ҡушып болғатабыҙ, унан утҡа ҡуйып, яй ғына утта эремсекләнгәнсе тотабыҙ ҙа, һөҙгөскә марля ҡуйып, шунда һөҙәбеҙ. Өҫтөнә тәрилкә ҡаплап, ауыр әйбер ҡуйырға кәрәк (беҙ 3 литр банкаға  һыу ҡойоп, өҫтөнә ҡуйҙыҡ). 3-4 сәғәттән сыр әҙер була. Тәмләткестәр һалһағыҙ ҙа ярай, кем тоҙлораҡ ярата, тоҙ күләмен арттырһағыҙ ҙа була.

 

Рәфилә Шәмсетдинова.
Фото: Р. Шәмсетдинова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас