+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
25 Август 2023, 07:30

Ҡыяр тоҙлайбыҙ

Ваҡ ҡыярҙарҙы бәләкәй банкаларға тоҙлау күпкә отошло. Сөнки ҙур банкалағы ҡыярҙы асҡас та ашап бөтөүе, унан һаҡлауы бик үк еңел түгел.

Ҡыяр тоҙлайбыҙҠыяр тоҙлайбыҙ
Ҡыяр тоҙлайбыҙ

Бәләкәй ҡыярҙарҙы йыуып әҙерләйбеҙ. Стерилләнгән бәләкәй банкаларҙың (0,5, 0,7, 1 литрлыҡ) төбөнә – 2-шәр япраҡ ҡара ҡарағат, сейә, лавр япрағы, бер укроптың башын, 3 бөртөк ҡәнәфер, 5 бөртөк ҡара борос, 1-2 тырнаҡ һарымһаҡ һалырға кәрәк. Кемгә әскелтем тәм оҡшай,  1 ҡалаҡ ҡоро горчица өҫтәргә лә мөмкин. Артабан  ҡыярҙарҙы тултырабыҙ ҙа, ярты  ҡалаҡ тоҙ, ярты  ҡалаҡ шәкәр ҡомо һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ. 5 минут ултырғас, уны кәстрүлгә ҡойоп, яңынан ҡайнатып сығарабыҙ ҙа кире банкаға ҡоябыҙ. Өҫтөнә  ярты ҡалаҡ (25 грамм) уксус ҡойоп,  стерилләнгән ҡапҡас менән ябабыҙ. Шунан банканы түңкәреп, һыуынғансы өҫтөн әйбер менән ябып ҡуябыҙ.


Сығанаҡ һәм фото: “Ағиҙел” журналы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас