

Һайлап йыйылған бәшмәктәрҙе йыуабыҙ, ваҡлайбыҙ, ваҡтарын шулай ғына ҡалдырырға мөмкин. Һалҡын һыуҙа бер аҙ тотабыҙ. Төнгә ҡалдырһаң, тағы ла яҡшы.
Иртәгеһенә 5-10 минут ҡайнатҡас, һыуын түгәбеҙ. Яңынан һыу йыйып, бәшмәкте 15 минут тағы ҡайнатабыҙ. Һыуын түгәбеҙ.
Шунан маринад һалып 10 минут ҡайнатҡас, стерилләнгән банкаларға тултырырға.
Маринад эшләү ысулы: 1 килограмм бәшмәк менән 1 литр һыуға – 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 балғаҡ шәкәр ҡомо, 2-3 тырнаҡ ваҡланған һарымһаҡ, 1 лавр япрағы (ваҡлап), 7-8 түңәрәк борос, ярты балғалаҡ укроп орлоғо, 3-4 ҡалаҡ уксус һалғас, шуны ҡайнатып сығарырға кәрәк.
Оҡшатһағыҙ, 1 ҡәнәфер орлоғо (гвоздика) һалырға мөмкин.
Фото: Скриншот.
Видео: “Атайсал” төбәк гәзите.