+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
30 Август 2023, 13:00

Ҡыярҙан салат

Кәрәк буласаҡ: 3 килограмм ҡыяр, 250 миллиграмм көнбағыш майы, 250 миллиграмм  томат кетчубы, 250 миллиграмм башҡа кетчуп (чили, шашлычный), 125 миллиграмм һыу, 100 миллиграмм 9 процентлы аш һеркәһе, 1 ҡалаҡ ярым тоҙ, 180 грамм шәкәр ҡомо, 12 тырнаҡ һарымһаҡ.

Ҡыярҙан салатҠыярҙан салат
Ҡыярҙан салат

Әҙерләү ысулы: һарымһаҡтан башҡа барыһын бергә ҡушып болғарға. Ҡыярҙы 8 өлөшкә киҫеп сығырға. Шунан маринад менән бутап, талғын утта 25-30 минут ҡайнатырға. Ваҡыты-ваҡыты менән болғатып торорға. Һарымһаҡты ҡырғыстан үткәреп ҡушырға ла, йәнә 10 минут быҡтырырға.

Артабан эҫе килеш стерилләштерелгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән ябырға.

Сығанаҡ һәм фото: УҢҒАН КИЛЕНДӘН РЕЦЕПТТАР” төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас