

Әҙерләү ысулы:
Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турайбыҙ ҙа ҡул менән иҙәбеҙ. Ваҡ итеп ҡырҡылған һуған, тоҙ һәм борос өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ. Йомортҡа, ҡаймаҡ, майонез, он, ҡабартҡыс ҡушып ҡамыр эшләйбеҙ. Ҡамыр ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Табаны майлайбыҙ (ситтәрен дә майлау мотлаҡ). Ҡамырҙың 3-тән бер өлөшөн ҡоябыҙ ҙа эслекте һалабыҙ. Аҡ майҙы ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп, кәбеҫтә өҫтөнә һалабыҙ. Артабан өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ. Бәлеш 200 градус эҫелектәге мейестә 40-50 минутта бешеп сыға.
Сығанаҡ һәм фото: “Файҙалы кәңәштәр”.