+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
5 Сентябрь 2023, 09:15

Татлы борос менән помидорҙан лечо

Кәрәк буласаҡ: 3 килограмм ҡыҙыл помидор, 3 килограмм татлы борос  (болгарский перец),  стакан  ярым шәкәр ҡомо, 1 стакан көнбағыш майы, 8-10 бөртөк борсаҡлы ҡара борос, 2  ҡалаҡ тоҙ, 3 лавр япрағы, 2  ҡалаҡ  9 процентлы аш һеркәһе.

Татлы борос менән помидорҙан лечоТатлы борос менән помидорҙан лечо
Татлы борос менән помидорҙан лечо

Әҙерләү ысулы:

 Помидорҙарҙы ит үткәргес аша үткәрергә,  тоҙ, шәкәр ҡомо, май, лавр япрағы, ҡара борос һәм аш һеркәһен ҡушып 30 минут ҡайнатҡас,  оҙонсалап туралған татлы боростарҙы һалырға.  Тағы ла 5-10 минут ҡайнатырға кәрәк.

 Лечо әҙер булғас, эҫе көйөнсә  стерилләнгән банкаларға һалып, ҡалай ҡапҡастарын ябырға кәрәк. Шунан банкаларҙы йылы әйбергә төрөп, 1 тәүлеккә түңкәреп ҡуйырға.

 

Гөлгенә Баййегетова.

Автор фотолары.

Татлы борос менән помидорҙан лечо
Татлы борос менән помидорҙан лечо
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас