+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
19 Сентябрь 2023, 17:40

Кәбеҫтәнән бәләкәй бәлештәр

Ҡамырға кәрәк буласаҡ: Ярты литр йылымыс һөткә 2-3  ҡалаҡ  ҡоро сүпрә (дрожи), 3 ҡалаҡ шәкәр ҡомо һалып болғатырға. Өй температураһында йомшарған 200 грамм аҡ май, 3 йомортҡа, 4  ҡалаҡ үҫемлек майы, тәменә ҡарап тоҙ һәм 2 стакан он һалып шыйыҡ ҡамыр булғансы болғайбыҙ. 

Кәбеҫтәнән бәләкәй бәлештәрКәбеҫтәнән бәләкәй бәлештәр
Кәбеҫтәнән бәләкәй бәлештәр

1 сәғәт тирәһе ултырып ҡабарғас, тағы ла ярты килограмм тирәһе он һалып йомшаҡ ҡамыр баҫабыҙ. Уны йылы урынға ҡуйып, тағы ла бер ҡабартып алырға.
Ҡамырҙы бәләкәй киҫәктәргә бүлеп әүәләргә лә, йәймәләр йәйергә. Уның уртаһына эслекте һалып, ярым ай кеүек ситтәрен семетеп сығырға ла майланған табаға теҙеп һалырға.
Бәлештәрҙең өҫтөнә туҡылған йомортҡа һарыһы һөртөп, ҡайнар мейестә әҙер булғансы бешерергә.
Эслеккә кәрәк буласаҡ: Уртаса ҙурлыҡтағы кәбеҫтәнең яртыһын ваҡ ҡына итеп турарға. Уға тоҙ һибеп оҙаҡ итеп ҡул менән ыуырға кәрәк. (Массаның күләме ике тапҡырға кәмергә тейеш).
Кәбеҫтәне һыуынан һарҡытып алырға ла, уға бешеп туралған 4 йомортҡа, 100 грамм тирәһе иретелгән аҡ май, 1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо һалып яҡшылап бутарға.

Фото: “Файҙалы кәңәштәр”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас