

Ҡамыр баҫырға ла, бәлештең эслеген һәм крем әҙерләп алғансы, һыуытҡысҡа ҡуйып торорға кәрәк.
Крем өсөн 1 стакан ҡаймаҡ, 1 йомортҡа, 1 – 1,5 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы он алып, бөтәһен бергә миксерҙа болғатырға.
Әҙерләү:
Ҡамырҙы йәйеп, табаға ситтәрен ҡалҡытып һалабыҙ. Алмаларҙы әрсеп, бик йоҡа ғына итеп теләбеҙ һәм ҡамыр өҫтөнә тигеҙ генә итеп теҙеп һалабыҙ ҙа әҙер кремды өҫтөнә ҡоябыҙ. 180 градусҡаса эҫетелгән духовкала яҡынса 30 – 40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Аштарығыҙ тәмле, табындарығыҙ йәмле һәм яҡындарығыҙ менән бергә булһын!
Сығанаҡ: vk.com.