

Ҡамыр өсөн бер йомортҡа, самалап он, көнбағыш майы, тоҙ, һыу алына.
Эслеккә иһә яратҡан бәшмәгегеҙҙе ҡыҙҙырып, ит турағыс аша үткәрергә кәрәк. Уға шулай уҡ ҡыҙҙырылған һуған, аҙ ғына ҡырылған сыр ҡушабыҙ. Йәшел һуған да өҫтәргә була. Йәйелгән ҡамырҙың бер яртыһына эслекте һалып, икенсе яғы менән ҡаплайбыҙ, сәнске менән ситтәрен баҫҡылап "йәбештерәбеҙ".
Ныҡ ҡыҙыу булмаған майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ. Чебуректар әҙер!