+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
4 Октябрь 2023, 10:40

Телеңде йоторлоҡ тәмле ризыҡ!

Кәрәк буласаҡ: 1 литр һөт, 2 - 3 йомортҡа, 4 - 5 ҡалаҡ шыйыҡ май, 2  ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 1 балғалаҡ тоҙ (тәменә ҡарап), 1 балғалаҡ (өйөп) ҡоро сүпрә, он.

Сүпрәне әсетеп алабыҙ (ярты стакан йылы һыуға сүпрә, 1 балғалаҡ шәкәр ҡомо, 2 - 3 ҡалаҡ өйөп он). Яҡшылап болғатабыҙ, күбекләнеп күтәрелеп китә.
Йылытылған һөткә йомортҡа, тоҙ, әҙер әсеткене, шәкәр ҡомо, шыйыҡ май ҡушып яҡшылап болғатабыҙ, шунан ондо әҙләп кенә өҫтәп, ҡаймаҡ  һымаҡ ҡына ҡамыр әҙерләп, йылы урынға 1 сәғәткә ҡабартырға ҡуябыҙ. Күбекләнеп күтәрелеп китә. Шунан ҡыҙған табаға (беренсе табаны майларға, ҡалғанын юҡ) әҙер ҡамырҙы һалып бешерергә.

Фото һәм сығанаҡ: “Подслушано [В] Кугарчи” төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас