+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
12 Октябрь 2023, 07:00

Тәмле ҡоймаҡ

Ҡамыр өсөн кәрәк: ярты литр кефир, 1 стакан һөт,  стакан ярым он, 1-2 йомортҡа, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ сода һәм самалап үҫемлек майы.

Тәмле ҡоймаҡТәмле ҡоймаҡ
Тәмле ҡоймаҡ

Әҙерләү ысулы: йылымса кефирға тоҙ, шәкәр ҡомо, йомортҡа, соданы һалып болғатабыҙ.
Шунан иләнгән онды ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ, ҡуйы ҡаймаҡ һымаҡ була.
Һөттө ҡайнатып сығарғас, болғай-болғай ҡамырға һалабыҙ. Бик шыйыҡ һымаҡ булһа, әҙерәк он өҫтәргә мөмкин (мин өҫтәмәнем).
Ҡыҙған табаны әҙерәк майлап алабыҙ ҙа ҡоймаҡ ҡоя башлайбыҙ.  
Эслек өчен эремсек, шоколад пастаһы ҡулланырға мөмкин.

Ҡоймаҡ рецебының авторы: Айгөл М. 

 Фото һәм сығанаҡ: “Татар ашлары”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас