

Ит фаршы аҙ икән, уны “күбәйтергә” була. Шаяртабыҙ, бары тик икенсе ингредиенттар ҡушабыҙ. Шул уҡ күләмдә геркулес (эҫе һыуҙа бүрттереп алһағыҙ, яҡшыраҡ) һәм 1-2 башлы һуған алығыҙ. Һуңғыһын ваҡ ҡына итеп турағыҙ. Йәбешһен өсөн саҡ ҡына он һәм бер йомортҡа кәрәк. Тоҙ, тәмләткестәр хаҡында ла онотмайбыҙ. Ҡалаҡ менән йоҡа итеп табаға һалығыҙ. Һүрән генә утта майҙа ҡыҙҙырығыҙ. Кәтлит тәме ғәҙәти фарш кеүек ҡабул ителә, һынап ҡарағыҙ әле!