+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
18 Октябрь 2023, 08:00

Файҙалы кәңәштәр

Сөгөлдөрҙө 3 сәғәт ҡайнатырға кәрәк. Тиҙ бешһен тиһәгеҙ, 1 сәғәт  үткәс,  10 минут  ағып торған һыуыҡ һыу аҫтында тоторға кәрәк.

Файҙалы кәңәштәрФайҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр

 Дөгө бешерелгән һыуға бер ҡалаҡ уксус һалһағыҙ, таралып ҡына бешеп сығыр.

 Дөгөнө бешергәндә уны  ҡайнар тоҙло һыуға һалығыҙ. Тағы бер нисә тамсы лимон һуты йәки һыуҙа ирегән бер семтем лимон кислотаһы өҫтәгеҙ. Бешкән саҡта һауытты ҡапламағыҙ.

 Асыҡ томат пастаһының өҫтө тиҙ боҙолмаһын өсөн  ҡапҡасына  ҡоро горчица һөртөргә кәрәк.

Винегретҡа 1  ҡалаҡ һөт, 1  ҡалаҡ шәкәр ҡомо өҫтәһәгеҙ, ул  бик тәмле буласаҡ.

Фото: "Даирә" төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас