+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
19 Октябрь 2023, 14:00

Йырсы Светлана Насырованан ҙур бәлеш рецебы

Ҡамыры – тәмле, ә эслеге һутлы ғына була! Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: 4 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 200 грамм аҡ май, ярты стакан ойоған һөт (кефир), 2 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 йомортҡа. ярты балғалаҡ сода, он. Барыһын бергә болғап, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға.

Йырсы Светлана Насырованан ҙур бәлеш рецебыЙырсы Светлана Насырованан ҙур бәлеш рецебы
Йырсы Светлана Насырованан ҙур бәлеш рецебы

Эслек өсөн: 500 грамм ваҡ итеп туралған  өйрәк ите, 5-6 эре бәрәңге, 2-3 баш һуған, тоҙ, борос һәм тәмлекәстәр. Барыһын да ваҡ ҡына итеп турарға.
Һурпа: 50 грамм һыу, ус аяһындай ҡаҙ майы, семтем тоҙ һалып ҡайнатырға. Бәлеш бешеп сығыр алдынан өҫтәге "ҡапҡасын" асып һурпа ҡойорға. 180 градус эҫелектәге мейестә 1,5 – 2 сәғәт бешерергә. Бер сәғәт бешкәндән һуң, өҫтөн пергамент ҡағыҙ менән ҡаплап ҡуйырға, көймәһен өсөн.

Фото һәм видео: С. Насырова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас