+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
21 Октябрь 2023, 09:00

Ашнаҡсы булыу еңелме?

Ашнаҡсы һөнәре тәмле эш икән! Шулай ти баш ҡаланың 251-се балалар баҡсаһына йөрөүселәр.

Ашнаҡсы булыу еңелме?Ашнаҡсы булыу еңелме?
Ашнаҡсы булыу еңелме?

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Ашнаҡсылар байрамы кескәйҙәргә ысын ашнаҡсыларға әүерелеп, тәмле һәм файҙалы аҙыҡ әҙерләргә мөмкинлек бирҙе.

Ҡамыр баҫыу өсөн ниндәй ингредиенттар кәрәк? Ә печеньены нисек бешерәләр? Ҙурҙар төркөмө тәрбиәләнеүселәре ошолар хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды.

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары иһә биләмәләге баҡсала үҫтерелгән йәшелсәләрҙән винегрет әҙерләне. Тәрбиәселәр уларға ерҙәге витаминдарҙың кеше һаулығы өсөн файҙаһы тураһында һөйләне.

Балалар ашнаҡсының эше бик мөһим һәм яуаплы, әммә шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс һәм «тәмле» булыуын билдәләне.

Ашнаҡсы булыу еңелме?
Ашнаҡсы булыу еңелме?
Ашнаҡсы булыу еңелме?
Ашнаҡсы булыу еңелме?
Ашнаҡсы булыу еңелме?
Ашнаҡсы булыу еңелме?
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас