+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
31 Октябрь 2023, 09:45

Ике төрлө бәлеш бешереү ысулы

Беренсеһе йәшел һуған, быҡтырылған кәбеҫтә менән  кишерҙән булһа,  икенсеһе  – емеш һәм ҡаймаҡтан.

Ике төрлө бәлеш бешереү ысулыИке төрлө бәлеш бешереү ысулы
Ике төрлө бәлеш бешереү ысулы

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ:
1 аш ҡалағы ҡоро сүпрәне әҙ генә йылы һыу һалып күпертергә. 250 миллиграмм йылы һыуға  1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, ярты чәй ҡалағы тоҙ, 1 йомортҡа, 50 грамм аҡ май, 25 миллиграмм көнбағыш майы,  әҙер сүпрә, он һалып ҡамыр баҫырға. Шунан йылы урынға ҡуйырға.
Сүпрә һәйбәт булһа, ярты сәғәттә ҡабарып сыға.

Емешле бәлеш өсөн эслек:
Емешләрҙе йылы һыуҙа йыуып алырға, ит үткәргес аш үткәрергә. Ҡуйы булһа, ҡайнаған һыу, әҙерәк шәкәр ҡомо өҫтәргә.
Ике йомортҡаны күпертергә,  шунан 200 грамм ҡаймаҡ, 150 грамм аҡ төҫтәге ҡуйыртылған һөттө емештәр өҫтөнә һалабыҙ. Иң аҙаҡ ваҡланған сәтләүектәр һалырға.

 Мәрйәм Миңлеғолова. (Татар ашлары).

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас