+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
8 Ноябрь 2023, 18:40

Асыҡ ауыҙ

Әйҙәгеҙ, яҡындарыбыҙҙы асыҡ ауыҙ менән һыйлайыҡ. Ҡамыры ябай ғына, йомшаҡ ҡына килеп сыға, ашауға ла тәмле генә.

Асыҡ ауыҙАсыҡ ауыҙ
Асыҡ ауыҙ

Ҡамыр өсөн: 350 грамм он, 1  сынаяҡ әсегән һөт, ярты сынаяҡ шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы сода, 200 грамм аҡ май, 1 йомортҡа.
Ошоларҙы бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ,  шунан 10-15 минут ял иттерәбеҙ.
Шул арала эслек әҙерләйбеҙ.
Эслек өсөн: Ит турағыстан үткәрелгән муйыл (муйыл булмаһа, повидло ла ярай), ҡамырығыҙға ҡарап самалап алығыҙ. Ярты сынаяҡ шәкәр ҡомо, 2  ҡалаҡ манный ярмаһы, 1 ҡалаҡ көнбағыш майы.

Муйылы шыйығыраҡ һымаҡ күренһә, 2  ҡалаҡ кеҫәл (кисель) өҫтәгеҙ, шулай итһәң, бешергәндә һуты аҡмай.
Бөтәһен бергә ҡушып ныҡ ҡына итеп болғайбыҙ.

Әҙер ҡамырҙы уртаса ҡалынлыҡта йәйәбеҙ, түңәрәктәргә киҫеп сығабыҙ, балғалаҡ менән муйылды һалып сыҡҡас, ныҡ ҡына итеп ҡыҫтырабыҙ.
 180 градус эҫелектәге мейестә 30 минут тотабыҙ.

Фото һәм сығанаҡ: Авыл хатыны/Сельчанка

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас