+13 °С
Ясно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
10 Ноября 2023, 09:00

Эремсектән ҡабартма

Балалар эремсекте бик яратып ашамаһа, унан ҡабартма әҙерләргә мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эремсектән ҡабартмаЭремсектән ҡабартма
Эремсектән ҡабартма

Бының өсөн 250 грамм эремсек, 1 йомортҡа, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 семтем тоҙ, 4 аш ҡалағы он, көнбағыш майы кәрәгәсәк.

Ондо иләп, кислород менән байытып алабыҙ. Эремсек эре бөртөклө булһа, иләк аша үткәреп йәки блендер менән йомшартабыҙ. Эремсеккә шәкәр һәм тоҙҙо өҫтәп бутайбыҙ. Шунан ондоң яртыһын ҡушып, тағы болғатабыҙ. Ҡамырығыҙ ҡуйы ғына килеп сыҡһын өсөн күпме өҫтәргә икәнен үҙегеҙ самалағыҙ.

Артабан табаға май ҡойоп,  ҡыҙҙырырға ҡуябыҙ. Ҡалған ондо тәрилкәгә һалып, аш ҡалағы менән генә ҡамыр алып, шунда әүәләйбеҙ. Уларҙы табаға һалғас, утын бер аҙ кәметергә кәрәк. Ике яҡтан да 2-3 минут ҡыҙарғансы ҡыҙҙырабыҙ. Сәй эсергә тәмле генә тәмлекәс.

Автор фотоһы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас