+15 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
18 Ноябрь 2023, 14:00

Аждаһа йылына салат

2024 йыл - Аждаһа йылы. 12 йыллыҡ мөсәлдең бер йылына мифик зат исемен биргәндәр.  Яңы йылдан барыбер күптәр мөғжизә көтә, хыялдары тормошҡа ашырына ышана. Хужабикәләр йыл хужаһына оҡшарлыҡ өҫтәл әҙерләргә тырыша.

Аждаһа йылына салат
Аждаһа йылына салат

Аждаһаға тун кейҙереп ҡуйырға мөмкин. "Тун аҫтындағы сельдь" була инде. Бының өсөн 300 грамм сельдь балығы, 2 картуф, 3 йомортҡа, 2 кишер, 1 сөгөлдөр, 1 баш һуған, майонез, тоҙ, пекин кәбеҫтәһе, биҙәү өсөн 2 зәйтүн емеше, 2 борсаҡ кәрәгәсәк. 

Иң тәүҙә ҡырғыстан үткәрелгән картуфты аждаһа формаһында йәйенке һауытҡа һалабыҙ. Тоҙ һибеп, майонез буяйбыҙ. Өҫтөнә шаҡмаҡлап туралған балыҡты һалырға, майонез буярға. Һуғанды ла шаҡмаҡлап турап, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, һығып алабыҙ ҙа салатҡа өҫтәйбеҙ. Майонез һылайбыҙ, борос һибергә мөмкин. Артабан ҡырылған кишер, йомортҡа, сөгөлдөр урын ала. Һәр ҡатламға майонез кәрәк. 

Пекин кәбеҫтәһенән күҙ, ҡанаттар киҫеп алабыҙ. Әҙерәк йөҙөн ҡалаҡ менән йәлпәштереп, күҙҙәрен ҡуябыҙ, зәйтүн емешенән - күҙ ҡараларын, борсаҡтан танау тишектәрен эшләйбеҙ. Ябай ғына, тик аждаһаның кәүҙәһен эшләү өсөн бер аҙ рәссамлыҡ һәләте кәрәк.

Фото: vk.com.

Ажадаһа йылына салат
Ажадаһа йылына салат
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: