+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
27 Ноябрь 2023, 03:00

Файҙалы кәңәштәр

Ҡамырығыҙ уңһын, тиһәгеҙ... Ҡамырға һыуҙа ебетелгән картуф крахмалы ҡушҡанда, бәлеш-тәмлекәстәр иртәгеһенә лә ҡабарынҡы, хуш еҫле һәм йомшаҡ буласаҡ.

Файҙалы кәңәштәрФайҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр

Ҡамырға һөт урынына ярты стакандай минераль һыу өҫтәгеҙ. Ҡабарынҡы бәлештәр иртәгеһенә лә үҙ тәме менән ҡыуандырыр.

Ҡамыр баҫҡан бүлмәлә үтәләй ел булмаһын, ел булғанда, тығыҙ ҡатлам барлыҡҡа килеп, бәлештең өҫтө ҡаты буласаҡ.

Әсе ҡамыр баҫҡанда, онға ҡуша торған һөт йәки һыу 30-30 градус йылылыҡта булһын, унан эҫерәк йәки һыуығыраҡ булһа, сүпрә яҡшылап ҡабармаясаҡ.

Ҡамырға шәкәрҙе күберәк һалғанда, бәлеш өҫтө тиҙ үк ҡыҙарасаҡ һәм көйәсәк.

Бәлештең өҫтөн бешерер алдынан йомортҡа ағы менән буяғанда, матур һәм ялтыр төҫлө булып бешә.

Ҡамырға ҡушыр алдынан йөҙөмдө онда болғап алырға кәрәк.

Бәлеште эҫе килеш ҡырҡырға ярамай. Әммә ҡабаланып, ҡырҡырға тура килһә, бысаҡты тәүҙә эҫе һыуға тығып алығыҙ. Унан ҡоротҡансы һөртөп, шунан ҡырҡһағыҙ, бәлеш үҙ йөҙөн юғалтмаясаҡ.

Сығанаҡ һәм фото: “Файҙалы кәңәштәр”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас