+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
28 Ноябрь 2023, 14:00

Аждаһа-оливье

2024 йыл Аждаһа йылы булғас, Яңы йыл өҫтәленә салаттарҙы уның формаһында эшләрбеҙ инде.

Аждаһа-оливьеАждаһа-оливье
Аждаһа-оливье

Нимә генә тимә, Яңы йыл – һәр беребеҙ өсөн иң тылсымлы байрам.

Оливьеһыҙ табынды күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Аш-һыу оҫталары уны йыл хужаһы ҡиәфәтендә нисек эшләргә икәнен өйрәтә.

3 бешкән йомортҡа, 3 картуф, маринадланған 2-3 ҡыяр, ике кишер: береһе салатҡа, икенсеһе биҙәү өсөн, 200 грамм колбаса йәки бешкән ит, 250 грамм консерваланған йәшел борсаҡ, майонез, тоҙ, шулай уҡ биҙәү өсөн бер оҙон ҡыяр, 2 зәйтүн емеше кәрәгәсәк.

Һәр ваҡыттағыса йомортҡа, кишер, картуф, тоҙло ҡыярҙы шаҡмаҡлап киҫеп, тәрән һауытҡа һалабыҙ. Борсаҡтың яртыһын ғына тотонабыҙ, ҡалғаны менән биҙәйәсәкбеҙ. Тоҙ, майонез ҡушып бутағас, салатты йәйенке һауытҡа  ҡанатлы аждаһа формаһында һалабыҙ. Кишерҙе киҫеп, уның эсен, ике ҡанатын, ҡойроғон яһайбыҙ. Кишер менән зәйтүн емешенән күҙҙәрен, ауыҙын, хатта ҡаштарын да эшләргә була. Иң һуңынан ҡалған йәшел борсаҡты өҫтөнә һалып сығабыҙ. Фотоға ҡарап эшләгеҙ, дуҫтар.

Фото: vk.com.

Аждаһа-оливье
Аждаһа-оливье
Аждаһа-оливье
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас