

Өй температураһында йомшарған һыйыр майын он менән ыуып, ваҡ он ваҡсыҡтары эшләйбеҙ. Шунан бер аҙ тоҙ, йомортҡа, ҡабарған сүпрәне һәм ондо ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтөн ҡаплап ял иттерәбеҙ.
Эслек: 2 лимон (1 лимон, 1 апельсин мөмкин), стакан шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа, лимонды эре киҫәктәргә турайбыҙ.
Блендерга лимон, йомортҡа, шәкәр ҡомо һалып иҙәбеҙ. Эслек әҙер.
Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүләбеҙ.
Беренсе өлөш – иң ҙуры, аҫҡа йәйәбеҙ. Өҫтөнә бер аҙ эслек һалабыҙ.
Икенсе өлөш кескенә генә түңәрәк, таба төбөнә генә һалырға кәрәк. Бер аҙ эслек һалабыҙ.
Өсөнсө өлөшө лә икенсеһе кеүек генә түңәрәк була.
Дүртенсе өлөшө бәлештең өҫтө була. Матур итеп ситен бөгөп, өҫтөнә май, шәкәр ҡомо, майлы ондо ыуалап һибәбеҙ.
180 градус эҫелектәге мейестә өҫтө ҡыҙарғансы бешереп алабыҙ.
Автор: guzel1013