+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
30 Ноябрь 2023, 16:45

Ҡарта, ҡарын тап-таҙа булһын, тиһәгеҙ...

Әле һуғым осоро башланды.  Һуғым малдарының эсәктәрен тап-таҙа итеп эшкәртеп алыуы үҙе бер оҫталыҡ талап итә шул. Уңған хужабикәләр “һә” тигәнсе таҙартып та ҡуя. Нисекме?

Ҡарта тап-таҙа булһын, тиһәгеҙ...Ҡарта тап-таҙа булһын, тиһәгеҙ...
Ҡарта тап-таҙа булһын, тиһәгеҙ...

Зөлфиә ханым Ғилемйәнова ҡарта, ҡарын таҙартыу ысулы менән таныштырып:

– Ҡарта, ҡарындарҙы ҡарҙа тапап, сайҡап алғандан һуң ике-өс ус тирәһе сода менән тоҙ һалып, бер сәғәт тоторға. Шулай таҙартҡандан һуң уның ҡырыла торған өлөшө һыпырылып ҡына төшәсәк һәм ҡарта, ҡарындар ап-аҡ булып ҡаласаҡ. Шулай уҡ ҡарта, ҡарынға 9 процентлы һеркә шыйыҡсаһы ҡойоп тотһаң, бик тиҙ таҙарасаҡ, – ти.

Ошо ысул менән таҙартып ҡарағыҙ, уңған хужабикәләр.

Сығанаҡ һәм фото: “1001 КИҢӘШ” төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас