

Әҙерләү ысулы: Ҡатыҡты май менән ҡушып, бер аҙ йылытабыҙ (ҡайнатмайбыҙ).
Тоҙ, шәкәр ҡомо, йомортҡа, он, әсетке өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ.
Әҙер ҡамырҙы 30 минутҡа йылы урынға ҡуйып торабыҙ.
Мейесте алдан йылытып, 180 градус эҫелектә бешерәбеҙ.
Был ҡамырҙан бәлеш, пицца, ваҡ тәмлекәстәр әҙерләргә була. Ҡамырға ваниль, шәкәрҙе күберәк йә әҙерәк һалырға мөмкин.
Фото һәм сығанаҡ: “Файҙалы кәңәштәр”.