+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
13 Ғинуар 2024, 18:35

Ныҡ тәмле ҡамыр

Һеҙгә пицца һәм төрлө бәлештәр бешерер өсөн тәмле ҡамыр рецебы тәҡдим итәбеҙ.  Икенсе көндө лә йомшаҡ тора. Бер-ике тапҡыр тәмлекәстәр бешергәс, бүтән төрлө ҡамыр ҡуйырға теләгегеҙ ҙә булмаҫ.

Ныҡ тәмле ҡамырНыҡ тәмле ҡамыр
Ныҡ тәмле ҡамыр

Кәрәк буласаҡ: 1 стакан ҡайнар һыуға 1 стакан һалҡын һөт, ярты стакан үҫемлек майы, 1 балғалаҡ тоҙ, 1  ҡалаҡ шәкәр ҡомо һәм 1 пакет (11 грамм) сүпрә һалып, яҡшылап болғатырға. Шунан һуң 5 стакан он һалып баҫырға, тик 5-се стаканды һалып  бөтөрмәйсә,  ҡамырҙың тығыҙлығын ҡарарға кәрәк. (Артыҡ ҡаты ла, йомшаҡ та булмаһын). Шунан һуң тишек булмаған шыптырға  тултырып, уның осонан ғына һауа кермәҫлек итеп бәйләйһең дә һыуытҡыстың өҫкө кәштәһенә ҡуйырға.

 Сүпрәһе яҡшы булғанда 40 минутта ҡалҡып сыға. Бик йоҡа итеп йәйелә. Икенсе көнгә лә йомшаҡ тора.

 

Фото һәм сығанаҡ: “Файҙалы кәңәштәр”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас