300 грамм еләк, 150 грамм ҡала ҡаймағы, 2 йомортҡа, 200 грамм он, 100 грамм аҡ май, 100 грамм шәкәр алабыҙ. Ошо ингредиенттар ҙур булмаған бәлешкә етә. Майҙы иретеп, шәкәрҙең яртыһын, 1 йомортҡа, он ҡушабыҙ һәм ҡамыр баҫабыҙ. Эслек өсөн ҡаймаҡ, ҡалған шәкәр һәм йомортҡа бергә болғатыла. Табаға ситтәрен күтәреп ҡамырҙы ҡул менән генә йәйәбеҙ, еләкте һибәбеҙ. Инде баяғы массаны ҡойорға ҡалды. Еп-еңел! Ә тәмлелеге... Духовкағыҙҙың “холҡо”на ҡарап, күпме бешерергә кәрәклеген үҙегеҙ самалағыҙ. Рецепта 180 градус эҫелектә 40 минут тоторға кәңәш ителә.
АВТОР фотолары.