+20 °С
Облачно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
24 Января 2024, 17:40

Телеңде йоторлоҡ тәмле сәксәк

Туңдырылған 7 йомортҡаға бер семтем тоҙ, ярты балғалаҡ сода һалып, миксерҙа 5–6 минут туҡырға. Бик матур булып күперә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Телеңде йоторлоҡ тәмле сәксәкТелеңде йоторлоҡ тәмле сәксәк
Телеңде йоторлоҡ тәмле сәксәк

Һуңынан әҙ-әҙләп он һалып, ҡалаҡ менән болғатырға. Өс тулы сынаяҡ он китә. Ҡамыр ҡулға йәбҽшмәй башлағас та 15 – 20 минут самаһы баҫырға.
Ҡамырҙы киҫеп ҡарағас, тишектәр күп булһа, тимәк, ҡамыр әҙер тигән һүҙ. Әлеге ҡамырҙы 7 өлөшкә бүлеп йәйергә. Ҡамыр туҡмас ҡамырынан ҡалын булырға тҽйеш. Һуңынан ҡамырҙы йомшаҡ таҫтамал ҡаплап ял иттерергә. Шунан  матурлап киҫкәс, бҽшҽрергә.
Сироп өсөн 0,5 килограмм шәкәр ҡомона 0,5 килограмм бал, ике ҡалаҡ һыу һалып ҡайнатырға. Ҡатнашма күбекләнгәс, сәксәккә һалып болғатырға.

Бик тәмле була.

Фото һәм сығанаҡ: “Файҙалы кәңәштәр”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас