Ҡоймак ҡамырына ла килешә: селтәрләнеп торған йоҡа ғына ҡоймак килеп сыға.
Тортҡа тигән кремды крахмал менән (кукуруздыҡы яҡшыраҡ) ҡуйыртып ҽбәрергә була.
Ҡайнатма, эремсек, ҽләктән торған шыйыҡ бәлеш эслҽгҽнә лә, ағып сыҡмаһын өсөн өҫтәргә мөмкин.
Ит ҡыҙҙырғанда тәмләткестәр (бер аҙ тоҙ, борос һ.б.) өҫтәлгән крахмалға һалып әүәләгәндә, эсе һутлы, йомшаҡ булып бешә, ә тышы алһыуланып, кетерҙәп тора.
Итте табала әҙерләгәндә, йәғни соусына бер нисә ҡалаҡ крахмал өҫтәп ҽбәрһәң, ҡуйырып китәсәк, тәмле була.
Итле кәтлит яһағанда, йомортҡа урынына крахмал ҡулланырға мөмкин. 2 аш ҡалағы крахмал 1 йомортҡаны алыштыра.
Фото һәм сығанаҡ: “Даирә” төркөмө.