+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
25 Ғинуар 2024, 10:11

"Минең милли ризығым"

Бөгөн республикабыҙҙа "Минең милли ризығым" тигән флешмоб үтә. Уны Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора.

"Минең милли ризығым""Минең милли ризығым"
"Минең милли ризығым"

Балалар ата-әсәләр, мәктәп ашнаҡсылары менән бергә милли ризыҡтар әҙерләгәндәрен видеоға төшөрә һәм социаль селтәрҙәргә һала. Нимәләр генә әҙерләмәй улар? Туҡмас киҫәләр, ҡыҫтыбый, бауырһаҡ бешерәләр, ҡоймаҡ ҡоялар...  Һәр милләт вәкиле үҙенең ризығын тәҡдим итә. Был флешмоб йәш быуында милли ризыҡҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, төрлө халыҡтарҙың аш-һыуын белергә ярҙам итә.

Фотолар "Бәйләнештә" селтәренән алынды.

"Минең милли ризығым"
"Минең милли ризығым"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас