+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
13 Февраль , 16:05

Телеңде йоторлоҡ тәмлекәс

Ябай һәм эшләүе лә йәһәт кенә. Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ, дуҫтар!

Телеңде йоторлоҡ тәмлекәс
Телеңде йоторлоҡ тәмлекәс

Кәрәк буласаҡ: 1стакан он, 200 грамм аҡ май, 1 йомортҡа, 1 балғалаҡ сода, 5 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 5 ҡалаҡ әсегән һөт.

Ондоң өҫтөнә сода, бүлмә температураһында иретелгән майҙы һалып, он менән майҙы ыуаларға һәм шәкәр  ҡомо өҫтәргә. Шунан йомортҡа, әсегән һөттө ҡойоп йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер булғас, 20 минутҡа һыуытҡысҡа һалып торорға.

Шул ваҡытта эслек әҙерләргә.

Кәрәк буласаҡ: 3 йомортҡа, 1 ҙур һатыуҙағы ҡаймаҡ (15-20%), ярты сынаяҡ шәкәр ҡомо, 1 ҡалаҡ манный ярмаһы.

3 йомортҡаны тәрәнерәк һауытҡа һытабыҙ, өҫтөнә шәкәр ҡомо һалып, талғын ғына итеп болғайбыҙ.

Ҡаймаҡты өҫтәп тағы ла талғын ғына итеп болғайбыҙ. 1 ҡалаҡ манный ярмаһын өҫтәйбеҙ ҙә бер аҙ ултыртып торабыҙ.

Һыуытҡыстан ҡамырҙы алып, формаға йәйеп һалырға, ситтәрен бейегерәк итеп ҡалдырығыҙ.  Шунан эслекте ҡойорға. Өҫтөнә үҙегеҙ теләгән емеш-еләкте һалырға мөмкин. (Һүрәттә – туңған ҡарағат).

 Тәмлекәс 30 минутҡа бешеп сыға.

Бешкәс тә, һыуынғанын көтөр кәрәк.

Фото һәм сығанаҡ: Уңғанбикәләр/Ҡатын-ҡыҙҙың- ҡырҡ сырағы.

Телеңде йоторлоҡ тәмлекәс
Телеңде йоторлоҡ тәмлекәс
Телеңде йоторлоҡ тәмлекәс
Телеңде йоторлоҡ тәмлекәс
Телеңде йоторлоҡ тәмлекәс
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: