+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
15 Февраль , 15:10

Өс ҡатлы бәлеш

Бешереү өсөн таба формаһы – 26 сантиметр, ҙурыраҡ булһа ла мөмкин.

Өс ҡатлы бәлеш
Өс ҡатлы бәлеш

Эслеге өсөн кәрәк буласаҡ:

Күрәгә һәм ҡара емеште яҡшылап йыуырға. Бер нисә сәғәткә ҡайнар һыуҙа тоторға: 400 грамм күрәгә һәм 250 миллиграмм һыу, 200 грамм ҡара емеш һәм 130 миллиграмм һыу.

Лимондың яртыһын ит үткәргес аша ҡабығы менән бергә үткәрергә (эсендәге орлоҡтарын алырға). 200 грамм шәкәр ҡомо һәм 10 грамм крахмал (кукуруз йәки картуф крахмалы). Барыһын да бергә ҡушабыҙ.

Шунан күрәгә менән ҡара емеште айырым ваҡ итеп турайбыҙ. Ҡоро булһа, һыу өҫтәргә мөмкин, ләкин артыҡ күп өҫтәп ҡуймағыҙ.

Шулай уҡ шәкәр ҡомо өҫтәргә кәрәк (күрәгә һәм ҡара емешкә яҡынса 100 грамм шәкәр ҡомо өҫтәргә мөмкин, үҙегеҙгә күпме кәрәк, тәмләп ҡарағыҙ.

Ҡамыр өсөн кәрәк: 100 грамм йылы һыу, 11 грамм сүпрә (“Саф-момент”), 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, бүлмә температураһында ятҡан аҡ май (180 грамм), 1 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, 2,5-3 стакан (яҡынса 350-400 грамм он).

Өс ҡат өсөн дә ҡамырҙы артыҡ ҡалын итмәй генә йәйәбеҙ.

Бәлеште 180 градус эҫелектәге мейестә 40-45 минут бешерергә кәрәк.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: