+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
22 Февраль , 10:00

“Мимоза”

Һеҙгә нисектер, ә беҙгә был турама оҡшай. Иртәгә атайҙар байрамына ла эшләйек әле! Рецебы – түбәндә.

“Мимоза”
“Мимоза”

Йомортҡаны бешереп, ағын һарыһынан айырабыҙ. Ағын тәрилкә төбөнә һалабыҙ – был беренсе ҡат булыр. Өҫтөнә ҡырылған сыр йәйәбеҙ. Сардина йәиһә икенсе консерваланған балыҡты иҙгеләйбеҙ – өсөнсө ҡат буласаҡ. Майонез һылағас, туралған һуғанды һалабыҙ. Уны эҫе һыуҙа йомшартып, әселеген бөтөрөп алырға ла була. Иң өҫкә йомортҡа һарыһын йәйәбеҙ. Кемдер майонезды һәр ҡат араһына һылай. Ҡаттарын алмаштырып, үҙҙәренсә һалыусылар ҙа бар. Бешкән кишер ҡулланырға була. Турамағыҙ тәмле булһын!

Фото: ya.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: