+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
28 Февраль , 18:15

Гөбәҙиә һәм төрлө бәлештәр өсөн тәмле ҡамыр

Был ҡамырҙан бешерелгән гөбәҙиә, алма, кәбеҫтә бәлештәре иҫкермәй, оҙаҡ һаҡлана. Бик йомшаҡ һәм тәмле була.

Гөбәҙиә һәм төрлө бәлештәр өсөн тәмле ҡамыр
Гөбәҙиә һәм төрлө бәлештәр өсөн тәмле ҡамыр

Кәрәк буласаҡ: 150 – 200 грамм аҡ май, 1 стакан һөт, 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ, 3 – 4 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 1 ҡап сүпрә, 4 – 5 стакан он (шыйыҡ булһа, өҫтәргә мөмкин).
Ҡамыр баҫабыҙ, әммә ҡабартырға ҡуймайбыҙ. Гөбәҙиә йәки бәлеште яһағандан һуң ғына ҡабартырға ҡуйырға. Был әҙерләгән ҡамыр ике бәлешкә етерлек килеп була.


Зөлфиә ЙӘҒӘФӘРОВА.

Сығанаҡ һәм фото: “Татарская кухня” төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: