+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
7 Март , 15:55

Киптерелгән икмәк киҫәктәре һәм тауыҡ итенән салат

Кәрәк буласаҡ: 100 грамм помидор, 150 грамм тауыҡ ите, 1 ус  йәшел салат -Айсберг салаты, 6 киҫәк йоҡа итеп ҡырҡылған икмәк телеме, 50 – 70 грамм ҡаты сыр, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 200 грамм майонез.

Киптерелгән икмәк киҫәктәре һәм тауыҡ итенән салат
Киптерелгән икмәк киҫәктәре һәм тауыҡ итенән салат

Тауыҡ итен тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа һыуытабыҙ. 

Икмәк киҫәктәрен шаҡмаҡлап турап, ҡоро табала киптереп алабыҙ.
Тауыҡ итен, помидорҙы турайбыҙ. Салатты ҡул менән йолҡҡолайбыҙ.
Майонезға һарымһаҡты иҙеп ҡушабыҙ.
Барыһын бергә ҡушып болғатабыҙ. Әҙер салаттың өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибәбеҙ. Ошолай итһәң, ул байрам төҫөн алыр.

 

Фото һәм сығанаҡ: “Даирә” төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: