+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
3 Апрель , 10:00

Еңел һәм бик тәмле бәлеш

Бик еңел әҙерләнгән бәлеште һәр кем әҙерләй ала. 3-4 картуфты шаҡмаҡлап, ваҡлап турағыҙ. Әҙерәк тоҙ, үҙегеҙ яратҡан тәмләткестәрҙе һибегеҙ.

 Әгәр фарш булһа, уны ла ҡушабыҙ. Шулай уҡ бәлеш итһеҙ ҙә бик тәмле килеп сыға.

Артабан бер һауытҡа ике йомортҡаны һытып, уны яҡшылап болғатығыҙ. Уға бер семтем сода һәм тоҙ өҫтәгеҙ. Артабан уның өҫтөнә бер стакан кефир ҡойоғоҙ һәм яҡшылап болғатығыҙ. Унан 12 балғалаҡ (өймәләм итеп) он һалып, яҡшылап болғатабыҙ. Ҡамыр әҙер. Ул шыйыҡ килеп сыға.

Табаны майлағыҙ. Уның төбөнә һәм ситенә әҙерәк он һибегеҙ. Ҡамырҙың яртыһын табаға ҡойоғоҙ. Өҫтөнә картуфты (йә фарш менән) һалығыҙ һәм ҡалған ҡамырҙы ҡойоғоҙ. 180 градус эҫелектәге  мейестә 40 минут бешә.

Бындай бәлеш эҫе һәм һыуыҡ килеш тә бик тәмле була.

 Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр".

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: