+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
11 Апрель , 15:40

Крахмал хаҡында тулыһынса беләһегеҙме?

Баҡтиһәң, уның 7 төрлө сере бар икән.

Крахмал  хаҡында тулыһынса  беләһегеҙме?
Крахмал хаҡында тулыһынса беләһегеҙме?

Сөсө ҡамыр өсөн ондоң яҡынса 10 процентын крахмалға алыштырғанда, ризыҡ иҫ киткес тәмле булып, күпереп бешә һәм оҙағыраҡ һаҡлана.

Крахмал ҡоймак ҡамырына ла бик килешә: селтәрләнеп торған йоҡа ғына ҡоймак килеп сыға.

Торт өсөн кремды крахмал менән (кукуруздыҡы яҡшыраҡ) ҡуйыртып ебәрергә була.

Ҡайнатма, эремсек, еләктән торған шыйыҡ бәлеш эслҽгҽнә лә, ағып сыҡмаһын өсөн крахмал өҫтәргә мөмкин.

Ит ҡыҙҙырғанда тәмләткестәр (бер аҙ тоҙ, борос ) өҫтәлгән крахмалға һалып әүәләгәндә, эсе һутлы, йомшаҡ булып бешә, ә тышы кетерҙәп  кенә тора.

Табала ҡыҙҙырылған итле соусҡа бер нисә ҡалаҡ крахмал өҫтәп ҽбәрһәң, ҡуйырып китә, тәмле буласаҡ.

Ит фаршынан кәтлит яһағанда, йомортҡа урынына крахмал ҡулланырға мөмкин.  2 ҡалаҡ крахмал 1 йомортҡаны алыштыра.

 

Фото һәм сығанаҡ: “Файҙалы кәңәштәр”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: