+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
11 Апрель , 08:00

Ҡыҙыл эремсекте ябай 3 төрлө ысул менән әҙерләү

6 стакан магазин ҡатығын кәстрүлгә ҡоям, ҡайнатып сығарам, 3-5 минут бешерәм, марля йә иләк аша һөҙәм. Эремсек әҙер!

Ҡыҙыл эремсекте ябай 3 төрлө ысул менән әҙерләү
Ҡыҙыл эремсекте ябай 3 төрлө ысул менән әҙерләү

1 килограмм эремсеккә (творог) 1 стакан һөт йә әсегән һөт, 1 стакан шәкәр ҡомо өҫтәйем дә ҡыҙарғансы ҡайнатам. Ярмалы ғына килеп сыға, шәкәр ҡомо һалмаҫҡа ла була.

3 литр һөт менән ярты литр эремсек һыуын ҡайнатып сығарам. Эретмәне яй ғына утта өс сәғәт тирәһе һыуы бөткәнсе тотам. Аҙаҡ 50 грамм аҡ май менән 130 грамм шәкәр ҡомо өҫтәйем.

 

Фото һәм сығанаҡ: “Файҙалы кәңәштәр”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: