+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
18 Апрель , 13:05

Ҡош теле

Кәрәк буласаҡ: 4 йомортҡа, 2 йомортҡа һарыһы, 2  ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 2-3 стакан он. Ҡыҙҙырырға – 1 литр көнбағыш майы.

Ҡош теле
Ҡош теле
  1. Барыһын да бергә ҡушып (ондо әҙ-әҙләп кенә) болғатҡыс менән бутайһың.
  2. 15 минут баҫаһың, ҡулға йәбешмәҫкә тейеш.
  3.  Шунан шыптыр моҡсайға һалып, 20 минут ял иттерәһең.
  4.  3 өлөшкә бүләһең.
  5.  Бик йоҡа итеп йәйәһең. Йәйгәндә он бик ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ.
  6.  5 сантиметр оҙонлоғондағы ҡамырҙы ромб рәүешендә киҫәһең.
  7.  Майға һалып ҡыҙҙыраһың (май ҡайнар булырға тейеш; бик ҡыҙып китһә, әҙ-әҙ генә май өҫтәйһең).
  8.  Бешеп сыҡҡас, таҫтамалға йәки салфеткаға һалып, майын һеңдерергә кәрәк.
  9.  Һыуынғас, тәрилкәгә матур  итеп теҙеп,  өҫтөнә шәкәр пудраһы һибәһең.

Сығанаҡ һәм фото: ***Зөһрә Йондоҙ***

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: