+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
22 Апрель , 16:55

Телеңде йоторлоҡ эремсекле бәлеш

Кәрәк буласаҡ: 400 грамм эремсек, 1-2 йомортҡа, 1 стаканға яҡын шәкәр ҡомо, тәм өсөн самалап ванилин. Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: 3 йомортҡа, 150-200 грамм шәкәр ҡомо, 3-4 ҡалаҡ көнбағыш майы, 250 грамм тирәһе он, 2 балғалаҡ он ҡабартҡыс, 3 ҡалаҡ какао. 

Телеңде йоторлоҡ эремсекле бәлеш
Телеңде йоторлоҡ эремсекле бәлеш

Эремсек, йомортҡа, шәкәр ҡомо, ванилинды ҡушып, блендер менән болғатабыҙ. Массаны шыптыр моҡсайға һалабыҙ.

Ҡамыр өсөн йомортҡаны миксер менән яҡшылап болғатабыҙ, шәкәр ҡомо һалып тағын яҡшылап күпертәбеҙ. Көнбағыш майы һалып, болғатыуҙы дауам итәбеҙ. Он ҡабартҡыс, какао, ондо иләп, болғата-болғата әкренләп һалабыҙ. Табаға ҡамырҙы ағыҙып ҡоябыҙ. Эремсекле шыптырҙың мөйөшөн киҫеп алабыҙ ҙа, ҡамыр өҫтөнә буй-буй итеп һығып сығарабыҙ. Арҡырыға ла һығабыҙ.

180 градус эҫелектәге мейестә 30-35 минут бешерәбеҙ. Өҫтөн иретелгән шоколад менән биҙәп ебәрһәгеҙ ҙә була.

Фото һәм сығанаҡ: “Файҙалы кәңәштәр”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: