+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балтырған ашы

Һәр яҙ һайын балтырған ашы бешереп ашайбыҙ. Ә һеҙ уны нисек әҙерләйһегеҙ?

Балтырған ашы
Балтырған ашы

 Был үҫемлектә  С витамины бик күп. Каротин, тимер, никель, баҡыр, марганец, титан, бор кеүек кеше организмына кәрәкле минералдар ҙа етерлек.
     Кемдер балтырғанды һурпаға һалып бешерә. Әммә улай үләндең үҙенсәлекле тәме юғалалыр.  Әйҙәгеҙ, беҙ өләсәй­ҙәр өйрәткәнсә әҙерләйек. Иң тәүҙә кәс­трүлдә һыу ҡайнатып алабыҙ. Сама менән тоҙ, 3 – 4 картуф әрсеп, турап һалабыҙ. Ул бешә тора, ә беҙ балтырғанды сай­ҡатып, ваҡлап турайбыҙ. Уның өҫтөнә 2 йомортҡа һытып, яҡшы ғына итеп ыуабыҙ һәм кәстрүлгә һалып ебәрәбеҙ. Ыу­маслы балтырған ашы бигерәк тәмле була. Бер йомортҡа менән ыу­мас ыуып, ашҡа әҙләп кенә төшөрөп, етеҙ генә бол­ғатабыҙ. Һуған турап һалабыҙ.
      Ашыбыҙ беште. Яңы айыртылған шыйыҡ ауыл ҡаймағы һалып тороп ашаһаң, телеңде йоторлоҡ тәмле була. Тәрилкәгә бер ҡалаҡ һалып бутайбыҙ. Йәшел һуған да һибергә мөмкин. Был ашты яҙ һайын өс тапҡыр бешереп ашау файҙалы, тигән боронғолар.

Фото: Фәнүзә Хәлитова сәхифәһенән.

Балтырған ашы
Балтырған ашы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: