+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Еңел һәм файҙалы турама

Өс кенә ингредиенттан торған тураманы эшләүе ауыр түгел. Әйҙәгеҙ, ял көнөндә өйҙәгеләрҙе шатландырайыҡ.

Еңел һәм файҙалы турама
Еңел һәм файҙалы турама

Магазиндан тауыҡ түшкәһе алып, йоҡа ғына киҫәктәргә бүлгеләп алдым. Ҡоро табала ҡыҙҙырҙым, мультиваркала ла була. Соя соусына манып ҡыҙҙырыусылар ҙа бар икән. Икенсе ингредиент – пекин кәбеҫтәһе йә салат япраҡтары. Уларҙы турап йә ҡулығыҙ менән өҙгөсләп һалырға кәрәк. Помидорҙы ҙур булмаған киҫәктәргә тураным. Булды! Магазинда һатылған терияки соусын ҡойҙом да рәхәтләнеп ашаныҡ.

Был салат артыҡ ауырлыҡ менән көрәшеүселәр өсөн дә файҙалы. Әлбиттә, соус урынына майонез һалмаһағыҙ инде. 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: