+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бәпембә сиробы әҙерләйек

Кәрәк буласаҡ: бәпембәнең 400 һары төҫтәге сәскәһе, 4 ҡырҡылған лимон , 4 туралған әфлисун һәм 3 литр һыу.

Бәпембә сиробы әҙерләйек
Бәпембә сиробы әҙерләйек

Һыуға барыһын һалығыҙ ҙа һәм уларҙы 24 сәғәткә ҡалдырығыҙ. Шунан ике стакан шәкәр өҫтәп,  ярты минут бешерегеҙ. Ҡатнашма ҡуйыланғас, уттан алып, стерилләнгән банкаларға ҡойоғоҙ. Төрлө ауырыуҙарҙан ярҙам иткән һәм уларҙы профилактикалаған шәп файҙалы сироп әҙер. 

Бәпембә меңәр йылдар дауамында популяр үҫемлек булған һәм уның шифалы үҙенсәлектәре төрлө ауырыуҙарҙы һәм һаулыҡ торошон дауалауҙа ҡулланылған. Бәпембә бауырҙы таҙарта, үт етештереүҙе стимуллаштыра, ҡандағы холестерин кимәлен көйләй, аллергияны дауалай, менопауза осоронда йөклө ҡатындарға һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур ярҙам күрһәтә. Иң яҡшыһы, уны яҙғыһын артыҡ бысранмаған урындарҙан йыйып алыу.

Һау-сәләмәт булығыҙ, дуҫтар!

 Сығанаҡ:"Һаҡмар" гәзите.

Фото: З.Хәкимова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: