Ғәҙәти йомро булкалар һатып алдым. Һыйыр итенән фарш бар ине. Помидор менән ҡыярҙың осһоҙланған мәле, етмәһә. Йәшел тәмләткесте (һуғанды) баҡсалағы түтәлдән йолҡоп алдым. Майонез урынына был юлы магазинда һатылған махсус соусты алырға булдым. Әлбиттә, майонез йә ҡала ҡаймағы ла бара. Булды! Тәүҙә булкаларҙы уртаға киҫтем. Соус һыланым. Фарштан йоҡа ғына кәтлиттәр әүәләп ҡыҙҙырҙым да булканың бер өлөшөнә һалдым, өҫтөнә ҡалған ингредиенттарҙы теҙҙем. Нисек теләйһегеҙ, шулай һалығыҙ. Тәмле килеп сыҡты!