Берешәр йомортҡа менән картуфты йомролай бешерергә һәм шаҡмаҡлап турарға кәрәк. Баҡсала редис өлгөргән ваҡыт, унһыҙ был һалҡын ашҡа нимәлер етмәгән кеүек – бер нисәүҙе һауытыма мотлаҡ турап һалам. Ҡыяр менән колбаса ла – төп ингредиенттарҙың береһе. Һәм күп итеп йәшел тәмләткес алам: һуған, укроп, петрушка... Инде барыһын бергә бутап, өҫтөнә берәй литр кефир ҡойорға ҡалды. Аш, әлбиттә, ныҡ ҡуйы килеп сыға, шул уҡ күләмдә һалҡын һыу өҫтәргә кәрәк булыр. Окрошканы тоҙларға онотмағыҙ. Йәйге һалҡын аш әҙер!