+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
16 Июнь , 13:23

Ҡыҫтыбый бешерәйек

Рамаҙан Ғәфиев Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Быйыл «Ынйы» балалар баҡсаһын тамамланы. Көҙгә парта артына ултырасаҡ.

Ҡыҫтыбый бешерәйек
Ҡыҫтыбый бешерәйек

Рамаҙан – әсәһе Гөлназ менән атаһы Рәнистең бер бөртөк кенә, көтөп алынған улдары. Ике апаһының ҙур терәге ул. Зирәк малай бөтә нәмә менән дә ҡыҙыҡһына. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән әсәһе менән бәләкәстән торттар бешерергә лә өйрәнеп алған. Бөгөн гәзит уҡыусыларыбыҙҙы Рамаҙан милли аштарыбыҙҙың береһе – ҡыҫтыбый бешерергә өйрәтә.
1 стакан йылы һыуға семтем тоҙ, сода һалып, 2 аш ҡалағы ҡатыҡ ҡушып, он өҫтәп, ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Эслек өсөн 5 – 6 картуфты әрсеп бешереп алабыҙ. Һыуын түккәс, өҫтөнә бер йомортҡа һытып, тоҙ, борос, туралған һуған, 1 – 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ һалып иҙәбеҙ.
Ҡамырҙы йәйеп, теләгән форма менән ҡырҡып, майһыҙ табала ике яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ. Йәймәләр эсенә картуф һалып ябып, өҫтөнә эретелгән һыйыр майын ҡойоп ултыртһаң, бигерәк тә телеңде йоторлоҡ килеп сыға, ти Рамаҙан. Ашығыҙ тәмле булһын!


Әлфиә СӘҒИТОВА.

Ҡыҫтыбый бешерәйек
Ҡыҫтыбый бешерәйек
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: