Бәлештең ҡамыры өсөн 200 грамм он, 100 грамм май йәки маргарин, 30-50 миллилитр һыу кәрәк. Тәүҙә он менән майҙы һауытҡа һалып бергә әүәләйбеҙ. Шунан һыуҙы һалып баҫабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Өҫтөнә ҡойор өсөн 300 миллилитр магазин ҡаймағы, 100 грамм шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы он, 1 ҡап ванилле шәкәрҙе бергә бутайбыҙ. Шунан ҡамырыбыҙҙы һыуытҡыстан алып, формабыҙ ҙурлығында йәйәбеҙ. Табаға һалғас, өҫтөнә тәүҙә 500 грамм еләкте, шунан әҙерләгән массаны ҡоябыҙ. 200 градуста ярты сәғәттә бешә.
Фото: dzen.