-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
14 Июль , 12:00

Еләктән ҡайнатма

Сиробы ғына ҡайнатылып әҙерләнгән  ҡайнатма ысулын тәҡдим итәбеҙ. Уның өсөн бешкән генә еләктәр алына. Үҙем баҡса еләгенән ҡайнатма әҙерләнем.

Еләктән  ҡайнатма
Еләктән ҡайнатма

Бәләкәй туҫтаҡтағы еләкте таҙартҡас, ағып торған һыу  менән йыуып, иләккә һалабыҙ.  Еләк һарҡҡас, икенсе һауытҡа һалабыҙ.

Әҙерләү ысулы:
Икенсе туҫтаҡта (табаҡта) сироп әҙерләйбеҙ. Ярты стакан һыуға 1 килограмм шәкәр ҡомо өҫтәп, ҡайнатырға ҡуябыҙ. 5 – 7 минут сироп ҡуйырғансы ҡайнатырға.
Әҙерлеген тикшереү бик ябай: ҡалаҡ осона ғына сироп алырға ла өрөп ҡарарға кәрәк. Сироп тиҙ генә ҡата башлаһа, әҙер тигән һүҙ.
Артабан  еләккә ҡайнар сиропты ҡойорға ла ҡапҡас менән ябып һыуытабыҙ.
Һыуынған сиропҡа еләкте  һалғас, сироп шыйығая. Һыуынғас, сиропты иләк аша ҡоябыҙ. Шунан һутын алабыҙ ҙа, яңынан 5 –7 минут ҡайнатабыҙ.
Ҡайнар сиропты йәнә еләк өҫтөнә ҡоябыҙ. Артабан ҡайнатма тулыһынса һыуынырға тейеш.

Һәм тағы ла бер тапҡыр был процедураны ҡабатлайбыҙ.
Сироп ҡуйыраҡ булһын тиһәгеҙ, күберәк шәкәр ҡомо өҫтәгеҙ һәм яҡшылап ҡайнатығыҙ.
Өсөнсө тапҡыр ҡайнатҡандан  һуң стерилләнгән банкаларға һалынған еләк өҫтөнә сироп ҡойоп, ҡапҡасын ябырға ла юрған менән ябып ҡуябыҙ.
Шулай итеп, еләкте ҡуша ҡайнатманыҡ, ә бары сиропты ғына 3-4 тапҡыр ҡайнаттыҡ.
Бик тәмле  ҡайнатма килеп сыҡты. Ҡыш мәлендә банкағыҙҙағы еләкте асып ебәрһәгеҙ, уның еҫтәре өйөгөҙгә таралып китер.

Фото: З. ХӘКИМОВА.

Еләктән  ҡайнатма
Еләктән ҡайнатма
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: