Ғөмүмән, ҡамыр аштары бешерергә оҫталар. Ҡыҙҙар әле ауылда өләсәй-олатайҙарында ял итә, каникул бит. Еләк-емеш, шифалы үләндәр йыялар. Себеш көтәләр, түтәлдәрҙе сүптән таҙарталар. Йәйгелеккә уҡырға бирелгән әҙәбиәтте үҙләштерәләр.
Ҡыҙҙар рецебы менән дә бүлешергә әҙер. Ҡамыр өсөн: онға бер йомортҡа һытып, тоҙ өҫтәп бутайбыҙ. Шуның өҫтөнә ярты стакан ҡайнар һыу ҡоябыҙ, ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Шулай эшләгәндә, ҡамыр матур йәйелә.
Артабан уны түңәрәкләп киҫеп, эсенә ит фаршы һалып, билмәндәрҙе йәбештерәбеҙ. Ҡайнар һыуҙа йә әҙер һурпала бешереп алабыҙ.
Әлфиә СӘҒИТОВА.